Ахмадеев Насиб Гиниятович
Ахмадеев
Насиб
Гиниятович
Старший сержант / Разведчик-наблюдатель взвода. Наводчик-наблюдатель.
23.02.1924 - 23.11.2002

История солдата

Олатайым Әхмәҙиев Насибулла Ғиниәт улы 1924 йылдың 23 февралендә Учалы районының Һарт (Ҡәйепҡол) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы ауырығас, Насибулла олатай бәләкәйҙән эшкә күнегеп үҫә. Яңы Байрамғол тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп белем ала. «Ҡорос булат» колхозында төрлө эштәр башҡара. 1942 йылдың 13 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Олатайым һуғыш тураһында хәтерләргә бик яратмай торғайны, был ҡанһыҙ алышта һәләк булған иптәштәрен иҫенә төшөрөп, йөрәк яраларын яңыртып тороу ҡыйын булғандыр.
    - Һуғыш һуғыш инде ул. Теше – тырнағына тиклем ҡоралланған дошман менән көрәшеүе еңел булманы. Күпме халҡыбыҙҙы ҡырҙы, күпме ҡалаларҙы, ауылдарҙы яндырып, көлгә әйләндерҙе, - тип көрһөнөп ҡуйҙы ла ошоларҙы һөйләне:
    - Хеҙмәтемде Алкин лагерында башланым. Көнө буйына һуғыш һөнәренә өйрәттеләр. Ашарға мөшкөл булды. Кәбеҫтә һурпаһы менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Күптәрҙең кәбеҫтә һурпаһынан дизентерия башланды, үлеүселәр ҙә булды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙ теләгебеҙ менән һуғышҡа ебәреүҙәрен һораныҡ. Бер йыл тигәндә беҙҙе һуғышҡа ебәрҙеләр. Мин 2 –се Украина фронтының 993 – сө уҡсылар полкына эләктем. Беҙҙең полк Харьков ҡалаһы өсөн һуғыш башланы. Фашистар бик тиҙ генә бирешергә теләмәнеләр, бөтә көстәрен туплап, ҡаршы торҙолар. Беҙҙең яҡтан да, улар яғынан да бик күп ҡырылдылар. Ҡайһы ваҡыт көнмө, төнмө икәнен айырып булманы. Тик самолеттарҙың, танкыларҙың геүелдәгән тауыштары, снарядтарҙың, бомбаларҙың шартлауы, пулеметтарҙың тыҡылдауы ғына ишетелә ине. Беҙҙең полк Харьков ҡалаһын, Чугуево станцияһын дошмандан азат ите. Мине уҡсылар полкынан 2 - се танк гвардия армияһының айырым гвардия полкына күсерҙеләр. Беҙ Черкассы район үҙәге тапҡырынан Днепр йылғаһын кисеп сыҡтыҡ. Күпме яугирҙарыбыҙ батып һәләк булдылар. Иҫкә төшһә, һаман да йөрәк әрней. Беҙ, иҫән ҡалған яугирҙар, һәләк булған иптәштәребеҙ өсөн икеләтә үс алырға һүҙ бирештек.
    Һуғышта ниндәй генә милләт булмаһын: ҡаҙаҡмы, урыҫмы, башҡортмо, татармы – бер туғаның һымаҡ булып китә икән, шуға күрә берәй яугир үлһә, ауыр кисерәһең.
    1943 йылдың июнь айында мине 34 – се урта ауырлыҡтағы танкыларға зарядлаусы итеп тәғәйенләнеләр һәм сержант званиеһы бирҙеләр. 1944 йылда Зенков – Чугуевоны азат иттек. Мин зарядлаусынан наводчик булып киттем. Ковелде азат итеүҙә ҡатнаштым, шунан Висла йылғаһын аша сығып, Варшаваны азат иттек. Польшала булған ваҡытта, ял итеп, туйынған арала, көтмәгәндә, дүрт йыл күрмәгән бер туған ағайымды осраттым. Шатлыҡтарыбыҙҙың иге – сиге булманы.
    Немец һалдаттары, Висла йылғаһы буйында нығынып, йылға аша беҙҙең һалдаттарҙы үткәрмәгәндәр. Һалдаттар араһынан  ун ике егетте дошмандың ут нөктәләрен табыр өсөн разведкаға ебәрәләр. Улар дошмандың бөтөн нөктәләрен табып дөмөктөргәс, ҡалған һалдаттарға юл асыла. Ошо батырлыҡтары өсөн разведкаға барған һалдаттарҙың бөтәһе лә миҙалдар менән наградлана. 
                (Приказ
 1204 Самоходному Артиллерийскому полку
«15» июля 1944г. №05/4  Действующая Армия
От имени Президиума Верховного Совета Союза ССР 
награждаю
        Медалью «За Отвагу» 
2/ Разведчика – наблюдателя Взвода управления красноармейца Ахмадеева Насиба Гиниятовича за то,что в бою 12 июля 1944 года в районе выс. 176, 2 под сильным арминометным огнем противника разведал пути подхода к противнику, обнаружил брод и 5 самоходных их орудий противника, проявив при этом мужество и отвагу.
        1924 года рождения, башкир, колхозник, член ВЛКСМ.
        Пизван 14 августа 1942 года Учалинским РВК,
        Башкирской АССР адрес:)

Бер көндө уны алдынғы һыҙыҡҡа саҡыртып алып, Саратов ҡалаһына Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. Олатайым 1947 йылда уҡыуҙы тамамлай. Тыныс хеҙмәтте һағынған олатай тыуған ауылына ҡайтып, колхозда эш башлай.  
- Колхоз ниндәй генә эш ҡушһа ла, ҡарышып торманым, күңел һалып башҡарҙым. Ваҡ колхоздарҙы берләштереп, ҙурайтып, «Правда колхозы яһанылар. Бригадир, агроном, зоотехник, урман әҙерләү мастеры булып эшләнем. Һәр бер эште намыҫ менән башҡарырға тырыштым, шуның өсөн дә өс тапҡыр ауыл советына, бер тапҡыр район советына  депутат итеп һайландым, - тип һөйләне ул. 
    Олатайымдың тағы ла беренсе һәм икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары ла бар. Һуғыштан һуң ул оҙаҡ йылдар буйы ауыл хужалығында эшләй. Ҡымыҙсылыҡ буйынса ике тапҡыр Мәскәүҙә ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, көмөш, бронза миҙалдар менән наградлана. Уның фиҙакәр хеҙмәте СССР Юғары Советы Указы менән  1956 йылдың 20 октябренда “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалы менән баһалана. 1984 йылдың 29 июнендә уға «Хеҙмәт ветераны» миҙалы тапшырыла. Олатайым 2002 йылда 78 йәшендә вафат булды.

Регион Республика Башкортостан
Воинское звание Старший сержант
Населенный пункт: Учалы
Воинская специальность Разведчик-наблюдатель взвода. Наводчик-наблюдатель.
Годы службы 1942 1947
Дата рождения 23.02.1924
Дата смерти 23.11.2002

Боевой путь

Место призыва Россия, республика Башкортостан, Учалинским РВК
Дата призыва 14.08.1942
Боевое подразделение 993 стрелковый полк, второго Украинского фронта
Завершение боевого пути В 1944 был направлен в краснознаменное Саратовское танковое училище.
Принимал участие Освобождение города Харьков, Черкассы, Варшавы, Ковель, Зенков - Чегуева.

Награды

50 лет вооружённых сил СССР

50 лет вооружённых сил СССР

Ветеран труда

Ветеран труда

За достигнутые успехи в развитии народного хозяйства СССР

За достигнутые успехи в развитии народного хозяйства СССР

50 лет победы в Великой Отечественной войне

50 лет победы в Великой Отечественной войне

Орден отечественной войны 2 степени

Орден отечественной войны 2 степени

Медаль Жукова

Медаль Жукова

Фронтовик 1941 1945

Фронтовик 1941 1945

30 лет Великой Отечественной войне

30 лет Великой Отечественной войне

Народный дружинник

Народный дружинник

Удостоверение депутата

Удостоверение депутата

В ознаменовании 55-летия победы советского народа в Великой Отечественной войне

В ознаменовании 55-летия победы советского народа в Великой Отечественной войне

Двадцать лет победы в Великой Отечественной войне

Двадцать лет победы в Великой Отечественной войне

За освоение целинных земель

За освоение целинных земель

60 лет вооружённых сил СССР

60 лет вооружённых сил СССР

Сорок лет победы в Великой Отечественной войне

Сорок лет победы в Великой Отечественной войне

70 лет вооружённых сил СССР

70 лет вооружённых сил СССР

Участник ВДНХ СССР

Участник ВДНХ СССР

Членский билет

Членский билет

За победу над Германией в Великой Отечественной войне

За победу над Германией в Великой Отечественной войне

25 лет победы в Великой Отечественной война

25 лет победы в Великой Отечественной война

Автор страницы солдата

История солдата внесена в регионы: