
Сафа
Магафурович
ПОДЕЛИТЬСЯ СТРАНИЦЕЙ
История солдата
Хисаметдинов Сафа Магафур улы данлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында разведчик булып хеҙмәт итә. Сталинград, Курск дуғаһын, Николаевск ҡалаһын алғанда 3 тапҡыр яралана. Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай. Брянск, Сталинград, Ворошиловград, Чернигов яуҙарында ҡатнаша. Украина, Польша, Австрия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинғаса барып етә.
Миҙалдары:
Батырлыҡ өсөн
Германияны еңгән өсөн
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
3 тапҡыр Сталиндан рәхмәт хаты:
- Бендер ҡалаһы янында
- Николаевск ҡалаһын алғанда
- Венгрия илендә Надканижа ҡалаһын алғанда.
1957 йылда Мәскәүҙә бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә көмөш миҙал ала. Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн маҡтаулы сиҙәмсе миҙалы ла бар. Хеҙмәт ветераны. Атҡаҙанған механизатор тигән маҡтаулы исем бирелгән.